Бөгөн республика Хөкүмәтендә «Алға» махсус иҡтисади биләмәһенең эскперт советы ултырышы үтте. Осрашыуҙа өс компания вәкилдәре үҙҙәренең бизнес-пландарын уңышлы яҡланы һәм Башҡортостанда эшләргә әҙер булыуҙарын күрһәтте. Яңы инвестиция проекттарының дөйөм хаҡы 8 миллиард ярым һум тәшкил итә.
«Оптимум Солар Рус» компанияһы энергетика системаһын үҫтереү өсөн ҡояш панелдәре заводы төҙөргә ниәтләй. Тәүге продукция киләһе йыл аҙағында етештерелә башлар тип көтөлә. «ПСоларис» предприятиеһы ҡояш панелдәре өсөн боролмалы терәүҙәр сығарасаҡ. Ә бына үтә лә юғары молекуляр полиэтилен заводының ҡеүәте йылына 14 мең тоннаға иҫәпләнәгән. Был тауар Рәсәй ихтыяждарын ҡаплау менән бер рәттән, Европаға һәм Азия илдәренә лә оҙатыласаҡ.
Илдар Байбулатов




