Мәғариф системаһында дәүләт тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә ойошторолған түңәрәк өҫтәл ошо темаға арналды.

Сара Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов рәйеслегендә уҙҙы. Унда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, Башҡортостан мәғариф министрлығы, Прокуратура, Өфө ҡала хакимиәте, Ата-әсәләр комитеты вәкилдәре ҡатнашты. Фекер алышыу барышында белем усаҡтарында тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, уларҙы хәл итеү юлдары барланды.

Белгестәр әйтеүенсә, ыңғай һөҙөмтәгә килешеп, эҙмә-эҙлекле эш алып барғанда ғына өлгәшергә мөмкин. Тыуған телгә һөйөү тәрбиәләү мәғариф учреждениеларында ла, ғаиләлә лә алып барылырға тейеш.

Шул уҡ ваҡытта ҡануни дәүләттә йәшәүебеҙҙе лә оноторға ярамай, закондарҙың теүәл үтәлеүе, бер кемдең дә хоҡуҡтары сикләнмәүе шарт. Әлеге ваҡытта законға ярашлы, туған телдәрҙе уҡытыу ата-әсәләрҙең ғаризаһы нигеҙендә алып барыла. Йәғни, һайлау мөмкинлеге бирелгән.

Бәхәстәр бик күп булды. Ә беҙ был закондың ыңғай яғын күрәбеҙ. Сөнки башҡорт ҡайҙа йәшәһә лә ғариза яҙырға мөмкинлеге бар. Башҡортостанда булһынмы, Төмән өлкәһендәме, Пермь крайындамы. Әгәр ҙә улар йәшәгән урындарында ғариза яҙа икән, тимәк, унда ла кластар асылырға тейеш. Шуның өсөн беҙ бөгөн ошо закондың статьяларын төбәктәргә барып йәки зум аша халыҡҡа аңлатабыҙ.

Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе
Фото №1 - Мәғариф системаһында дәүләт тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ