Коронавирус үткәргән кешеләр ҙә вирусҡа ҡаршы прививка яһата ала. Был турала онлайн брифингта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова белдерҙе.
Республикала 150-нән ашыу урында вакцина яһатырға була. Май байрамдарында медицина учреждениелары һәм мобиль пункттар халыҡты ғәҙәти тәртиптә ҡабул итә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡыҙыу бәйләнеш телефоны булдырылған. Күп каналлы һәм тәүлек әйләнәһе эшләгән телефон һандары: 279-91-20.




