“Башҡорт ихаталары” программаһы асылғандан алып республикала 780 биләмә төҙөкләндерелгән

Фото №1 - “Башҡорт ихаталары” программаһы асылғандан алып республикала 780 биләмә төҙөкләндерелгән

Был хаҡта социаль селтәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров яҙа. Ике йыл элек программаны башлағанда, Башҡортостанда резина түшәлгән балалар майҙансыҡтары бармаҡ менән һанарлыҡ, ә ишек алдарында имгәтеү хәүефе тыуҙырған, төҙөк булмаған бәүелсәктәр тора ине. Быйыл 140 ихатаны яҡшыртыу планлаштырылған. 125 балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырыла, 87 мең ярым квадрат метрҙа газон түшәлә, эскәмйәләр, яҡтыртыу ҡоролмалары һәм сүп-сар урындары булдырыла. 2024 йылға тиклем 3 мең башҡорт ихатаһын төҙөкләндерәсәкбеҙ, тип билдәләгән Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ