Йылайыр районы Кананикольский ауылында айыу балаһы кешеләр янына сыҡҡан

Фото №1 - Йылайыр районы Кананикольский ауылында  айыу балаһы кешеләр янына сыҡҡан

Был турала райондың "Ауыл уттары" газетаһы хәбәр итә. Хәлдән тайған тайыштабан тәүҙә кешеләрҙе яҡын ебәрмәгән. Ҡулға алғас та ҡаты итеп ырылдаған, тырнашырға һәм тешләшергә теләгән. Әле  айыу балаһының яҙмышын хәл итәләр. Фаразланыуынса, айыу балаһының әсәһен браконьерҙар атып алған. Урманда ул яңғыҙ ҡалған. Йыртҡыс йәнлектең ярҙам һорап урмандан сығыуы Йылайыр районы өсөн  һирәк һәм үҙенсәлекле күренеш ти урындағы халыҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ