Бөгөн Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Фото №1 - Бөгөн Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Башҡортостанда 2 мең 300-ҙән ашыу фельдшер, шәфҡәт туташы һәм водитель һөнәри байрамын ҡаршылай. Республика Ашығыс медицина ярҙамы станцияһы үҙ аллы ойошмаға әүерелде. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү сифатын үҫтереү маҡсатынан биш округ буйынса берҙәм диспетчер хеҙмәте ойошторолдо. Темәс ауылы дауаханаһы янындағы Ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе Сибай биләмәһенә ҡарай. Фәриҙә Байрамғолова 20 йылдан ашыу фельдшер булып эшләй. “Кешеләргә ярҙам итеү - изге бурыс. Пациенттарҙың рәхмәтен ишеткән һайын, ҡанатланып, рәхәтләнеп эшләйһең”, - ти ул.

Бөгөн Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Ашығыс медицина ярҙамы бригадаһында фельдшер, шәфҡәт туташы һәм водитель эшләй. Улар һауа шарттарына ҡарамай, көн-төн тип тормай ярҙамға ашыға. Александр Лаврентьев 30 йылға яҡын ашығыс медицина ярҙамы машинаһы руле артында йөрөй.

Бөгөн Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Башҡортостанда ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте даими камиллаша. Яңы техника алына, заманса медицина ҡорамалдары ҡайтарыла, санитар авиация үҫешә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ