Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия Университетының башҡорт филологияһы факультетында мәктәпкәсә белем биреү кабинеты асылды. Программа сиктәрендә «Туған тел һәм әҙәбиәт, мәктәпкәсә белем биреү», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башланғыс белем биреү» йүнәлештәре эшләп килә. Бөтәһе 35 тәрбиәсе һөнәри оҫталығын камиллаштыра ти, проект авторҙарының береһе Ғәлимә Ғәлина.
Проект республика Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла.




