“Башҡортостан” лайф-стайл үҙәгендә тәүге ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе асылды. Республика мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин әйтеүенсә, намаҙ өсөн күп кәрәкмәй – иң мөһиме, ул урын яҡты, таҙа булырға тейеш.
Быға тиклем республикала юл яны комплекстары янында мосолмандар өсөн ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләре барлыҡҡа килде.






