Өфөлә Еңеүҙең 76 йыллығына арналған тантаналы митинг үтте

Сара Башҡорт дәүләт университеты колледжы тарафынан ойошторолдо. Еңеү паркындағы «Мәңгелек ут» янында ветерандар, ҡала хакимиәте вәкилдәре, ике йөҙҙән ашыу студент, йәш армеецтар йыйылды.

Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлағандан һуң, улар яу яланында башын һалған һалдаттарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Артабан Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов менән Миңғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә сәскә һалыуҙа ҡатнашты. Митингтың байрам алдынан, апрелдә ойошторолоуы йәштәрҙең киләһе аҙнанан уҡыу практикаһына китеүенә бәйле.

Еңеү паркында «Һуғыш юлы буйлап» тип исемләнгән тарихи квест та ойошторолдо. Студенттар төркөмдәргә бүленеп, төрлө һынауҙар үтте, Бөйөк Ватан һуғышына бәйле белемдәрен күрһәтте.

Фото №1 - Өфөлә Еңеүҙең 76 йыллығына арналған тантаналы митинг үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ