Республиканың иң оҫта зоотехник-селекционеры асыҡланды

Башҡорт дәүләт аграр университетында зоотехник-селекционерҙар һөнәри оҫталыҡта көс һынашты.

Башҡортостанда был конкурс икенсе тапҡыр үткәрелә. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан 25 белгес ҡатнашты. Һөнәри бәйгелә улар өс төрлө йүнәлештә ярышты: селекция өлкәһендә теоретик белем, «СЕЛЕКС «һанлы программа буйынса эшләү һәм һыйыр малында практик күнекмәләр.

25 белгес Өфөгә республика конкурсына район этабын уңышлы үтеп килгән. Зоотехник-селекционерҙар парлы тояҡлылар отрядына ҡараған һыйыр малы экстерьерын тикшереп, тоҡом таҙалығына тәьҫир итеүсе факторҙарҙы асыҡланы. Был конкурс малсылыҡ тармағында селекция эше кимәлен дә баһаларға ярҙам итте.

Көсөргәнешле конкурста Ауырғазы районы «Урожай» ауыл хужалығы предприятиеһынан Олеся Клявлина еңеү яуланы. Зоотехник-селекционер Ҡазанда үтәсәк Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Фото №1 - Республиканың иң оҫта зоотехник-селекционеры асыҡланды

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ