Операция ғына ярҙам итә ала. Ҡыҙ ярты йыл ИВЛ аппараты аҫтында, үҙаллы тын алыу өсөн махсус ҡоролма ҡуйырға кәрәк. Операцияны Мәскәүҙә импортлы аппарат ярҙамында эшләргә мөмкин. Ләкин дауаланыуға ҙур сумма талап ителә. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Есения апаһы менән элеккесә тышҡа сығып уйнарға, йүгерергә теләй. Ләкин әлегә уйынсыҡтар килтереп, әкиәттәр һөйләү менән генә сикләнә. Әминәнең ҡулдары хәлһеҙ, башын бороп та әйләнеп ята алмай. Шуға ҡарамаҫтан алға китеш бар. Өйҙә стеналар ҙа дауалай тиҙәр. Әминәнең дауаханан ҡайтыуына бер аҙна ғына, был ваҡыт эсендә балалар менән көн үткәреп ҡыҙҙа ҡыҙыҡһыныу уяна.
Былтыр октярҙә Ситдиҡовтар ғаиләһенең тормошо икегә бүленә. Колеяға эләккән автомобиль ҡаршыға килгән машина менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә руль артында ултырған Мария өс бала менән кюветҡа оса. Бәхеткә, барыһы ла иҫән ҡала, ә Әминәгә медицина ярҙамы талап ителә. Ҡыҙҙың мейеһе зыян күрмәй, ләкин муйындан аҫта урынлашҡан органдар, шул иҫәптән тын алыу һәләте үҙ функцияһын башҡара алмай.
Өйҙә лә дауаланыу туҡтатылмай. Аяҡ-ҡулдарға һәм күкрәк ситлегенә көс биреүсе процедуралар яһала. Мускул атрофияһы башланмаһын өсөн, махсус әйберҙәр һатып алына, көн дә гимнастика эшләйҙәр.
Әминә үҙаллы тын ала алһын өсөн диафрагма нервына стимулятор ҡуйырға кәрәк. Ул саҡта ИВЛ аппаратына тоташтырыу талап ителмәйәсәк. Мәскәү табиптары яҡшыға өмөт бирә. Әммә операция хаҡы ғаилә өсөн күтәрерлек түгел. Әлегә тейешле сумманың күбеһе йыйылған, тағы миллион ярым тирәһе аҡса талап ителә. Иғәнәләрҙе экранда күрһәтеләгән һандар буйынса күсерергә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәтте «Бәйләнештә» һәм «Инстаграм» социаль селтәрҙәрендә табырға була.
Ситдиҡовтар изге күңелле барлыҡ кешеләрҙән ярҙам һорай. Мария Әминәнең яҡын арала реабилитация үтеп, үҙаллы атлап китеренә һәм тын ала башларына ышанысын өҙмәй. Мәрхәмәтле булайыҡ!
Әминә Ситдиҡова - 6 йәш
Операция өсөн 9 331 918 һум аҡса талап ителә
Ярҙамды Ситдиҡова Мария Анатольевна исеменә күсерергә(Әминәнең әсәһе)
Телефон: 8 987 245 05 77
Һаҡлыҡ банкы иҫәбе: 4276 1609 1961 8299
Тинькофф: 5536 9139 5150 7884
PayPal: marusa1944@gmail.com
Әлфинә Килдейәрова




