Һауа торошондағы үҙгәрештәр иртәгә көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса урыны менән ямғыр яуыуы ихтимал. Ел секундына 17 метр тиҙлектә иҫәсәк. Белгестәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, нығытылмаған ҡоролмаларға яҡын бармаҫҡа кәңәш итә.
Ял көндәренә синоптиктар йылы һауа торошо вәғәҙәләй. Һауа температураһы 19 градусҡаса күтәрелер тип фаразлана.






