Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү федераль хеҙмәте етәксеһе Светлана Радионова Салауат һәм Стәрлетамаҡ предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң ошондай баһа бирҙе.
Федераль чиновник әйтеүенсә, тиҫтә йылдар элек төҙөлгән сәнәғәт гиганттары хәҙерге заман талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй. Улар тирәләй барлыҡҡа килгән төрлө төҫтәге күлдәр, һауанан нисек кенә матур күренмәһен, үткән быуат технологияһы һәм уларҙан арыныу шарт, тине эколог. Светлана Радионованың эш сәфәре барышын беҙҙең БЮТ каналы хәбәрселәре лә күҙәтте.
Бар күрһәткестәр ҙә күҙ алдында ғына. Һәм, иң мөһиме, улар автомат рәүештә даими яңырып тора. Һауала зарарлы матдәләр әҙ генә күбәйеп китһә, станция шунда уҡ яуаплы хеҙмәттәргә хәбәр итә. Ҙур сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан Салауат ҡалаһы өсөн бындай ҡоролманың булыуы көн талабы.
Салауатта йыш ҡына насар еҫтәр сыға. Быға иһә үткән быуаттың 54 йылында төҙөлгән таҙартыу ҡоролмалары сәбәпсе. Бында урындағы «Газпром Нефтехим Салауат» предприятиеһынан тыш Салауат һәм Ишембай ҡалаларының ҡалдыҡ һыуҙары йыйыла. Көсөргәнеш арта , әммә технологиялар һаман шул килеш. Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе шлам туплау соҡорҙарының һөҙөмтәһеҙ булыуын билдәләне һәм уны тиҙ арала юҡҡа сығарыуҙы талап итте.
Предприятие модернизацияны башлаған да инде. Ете этаптан торасаҡ реконструкцияның икәүһе эш өҫтөндә. Уны тикшереү мәлендә генә лә бысраҡ һауа ырғытыу йылына 45 мең тоннаға кәмегән. Ябыҡ типтағы ҡорамалдар ҡулланыла башлау менән һауаға зарарлы матдәләр сығыуын бөтөнләй сикләйәсәктәр. Ә бына күрше Сәрлетамаҡ ҡалаһындағы төп предприятие әле бындай уңыштар менән маҡтана алмай.
Стәрлетамаҡҡа ла шулай уҡ «аҡ күлдәр» проблемаһы хас. Бында ла Сода компанияһының етештереү ҡалдыҡтары йылдар дауамында соҡорҙарға тупланған. Ә предприятие эшмәкәрлеге тураһында һөйләп тораһы ла түгел. Цехтарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң Светлана Радионова был эшмәкәрлекте тәбиғәтте ҡырағайҙарса талау, тип баһаланы.
Рәсәйҙең химия өлкәһе флагманы һаналған Сода 60 йыл инде бер ниндәй ҙә яңырыу кисергәне юҡ. Быға тиклем эшҡыуарҙарҙы тик килем генә ҡыҙыҡһындырҙы. Быйыл иһә предприятие дәүләткә ҡайтарылғас, уның 50 процент һәм бер акцияһы Башҡортостанға тапшырылды. Республика етәкселеге тәү сиратта заводты модернизациялауға һәм экология мәсьәләләрен хәл итеүгә тотондо.
Предприятие етәкселеге алдағы ун йылда экология мәсьәләләрен хәл итеү, технологияларҙы яңыртыуға 10-12 миллиард һум аҡса тотонмаҡсы. Ләкин Росприроднадзор етәксеһе иҫке технологияларҙы юҡҡа сығарыу проектын икенсе йыл уҡ өҫтәленә һалырға ҡушты. Йылдар буйы үҙ артыңдан ҡалған бысраҡты йыйыштырмау бөтөнләй башҡа һымаҫлыҡ хәл, һеҙ бит әлегә тиклем арбала йөрөмәйһегеҙ, тине Светлана Радионова.
Айнур Кәбиров




