Кушнаренко районы үҙәгендә бәхәс

Урындағы халыҡ, Мәҙәниәт һәм спорт комплексы алдындағы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙарына зарлана. Ҡырҡ йыл самаһы ауыл урамдарын биҙәгән шыршылар кемгә ҡамасаулаған? БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова асыҡланы.

«СССР-ҙың 15 республикаһы хөрмәтенә ултыртылған мәңге йәшел ағастарҙың береһе лә ҡалмаған. Улар Мәҙәниәт һәм спорт комплексы асылған көндән алып Кушнаренко урамдарын биҙәй ине», – тип әсенә урындағы әүҙем йәмәғәтселәрҙең береһе Файлас Муллағәлиев.

Урындағы бер һүҙҙән шыршылар рөхсәтһеҙ ҡырҡылған, тип белдерә. Ағас бысыусыларҙы туҡтата алмай улар видео төшөрә. Яҙма тиҙ арала социаль селтәрҙә тарала. Ваҡиға урынына полиция саҡырыла. Асыҡланыунса, Мәҙәниәт һәм спорт комплексы алдындағы майҙанды төҙөкләндереү – ағастарҙы ҡырҡыуҙан башланған.

Урындағы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе әйтеүенсә, майҙанды төҙөкләндереү былтыр башлана. Берҙәм концепция буйынса, тәүҙә эргәләге сквер тәртипкә килтерелә. Сиратта – Мәҙәниәт һәм спорт комплексы биләмәһе. Төҙөкләндереү проекты Өфөләге Тикшереүҙәр үҙәге һәм Кушнаренко районының архетиктура бүлеге тарафынан әҙерләнгән. Уны раҫлау өсөн былтыр августа асыҡ йәмәғәт тыңлауҙары ойошторолған.

Тауыш биреү Интернет селтәрҙәрендә лә барҙы. Асыҡ тыңлауҙарҙы иһә ике тапҡыр ойошторҙоҡ. Проектҡа ярашлы, башҡа үҫеп ултырған ағастарға теймәйәсәктәр.

Александр Десяткин, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе

Заман, күрәһең, яңыса ҡараш талап итә. Берҙәм концепция артынан ҡыуыу халыҡ араһында бәхәс тыуҙырғас, уларҙың фекерен иҫәпкә алыу ҙа кәрәк. Хәҙер иһә урындағы халыҡ биләмәне ҡайтанан йәшелләндереүгә өмөтләнә.

Фото №1 - Кушнаренко районы үҙәгендә бәхәс

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ