Республика механизаторҙары өсөн ҡыҙыу осор башланды

Үҙәк машина-технология станцияһының Миәкә филиалында яҙғы сәсеү эштәренә апрель уртаһынан тотонғандар. Иген культураларын сәсеүселәр янында БЮТ каналының ижади төркөмө лә булды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Джондир сәсеү комплексында хеҙмәт етештереүсәнлеге юғары. Элегерәк иген сәсеүҙә бер нисә техника ҡулланылһа, хәҙер бер генә ҡеүәтле трактор баҫыуҙарҙы иңләй. Эльвир Хәйретдинов Джондир штурвалы артында үҙен ышаныслы тоя. Кабинала климат контроль, тауыш юҡ, туҙан күтәрелмәй. Сәсеү майҙаны лы һәр ваҡыт күҙ уңында.

Ауыл хужалығы предприятиеһында 22 мең гектарҙа һөрөнтө ерҙәр, уларҙың 4 мең гектарын ужым бойҙайы биләй, мең ярым гектарҙа ужым арышы сәселгән. Ужым бойҙайының бер өлөшө насар ҡышлаған. Был майҙанды яңынан сәсергә тура киләсәк.

250 гектар майҙан йомшаҡ сортлы бойҙайға бүленгән. Ул Джон дир комплекс ярҙамында сәселә.Сәскестәрҙең киңлеге 10 метр 40 сантиметр тәшкил итә. Баҫыу агрегаты бер юлы өс эш башҡарыла.

Яҙғы сәсеү барышында иртә өлгөрөүсе культуралар 14 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Бынан тыш ҡуҙаҡлылар өсөн ер бүленгән. Техник культураларҙан шәкәр сөгөлдәрөнә 650 гектар, ә көнбағыш 3500 гектарҙа урын аласаҡ тип көтөлә.

Машина-технология станцияһында сәсеүҙә 7 Джондир комплексы ҡулланыла.Ҡеүәтле техникала сменаһына 50 , ә тәүлегенә 100 гектар майҙанды сәсергә мөмкин. Тракторҙар килешеү буйынса райондың башҡа хужалыҡтарына ла йүнәлтелә. Ҡалған 40 дана техникала йылдың һәр миҙгелендә төҙөк һәм ышаныслы белгестәр ҡарамағында.

Фото №1 - Республика механизаторҙары өсөн ҡыҙыу осор башланды

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ