Владимир Путин Башҡортостан ирекмәнен вафат булғандан һуң бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Дәүләт наградаһын тапшырыу тантанаһы республика йортонда үтте. Пирогов ордены Радик Әсфәндийәровтың тормош иптәшенә тапшырылды. Шишмә районы ирекмәне коронавирус пандемияһы башланғас та «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хестәрлек» ирекмәндәр төркөмөнә ҡушылғайны.

Ул мохтаждарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, көнкүреш әйберҙәре таратты. Ирекмәнлек хәрәкәтендә Радик төп эшенән бушаған ваҡытында ҡатнашты. Февралдә ул коронавирус йоҡторған, мартта вафат булды. Ирекмәндең ғаиләһендә ике балаһы ҡалды.

Фото №1 - Владимир Путин Башҡортостан ирекмәнен вафат булғандан һуң бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ