Был турала тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса кәңәшмәлә белдерелде. Федераль ведомство етәксеһе Светлана Радионова әйтеүенсә, халыҡ мөрәжәғәттәре иҫәпкә алына, улар буйынса контроль һәм тикшереүҙәр арттырыла. Шулай уҡ етештереүселәргә методик ярҙам күрһәтелә, тирә-яҡты бысратыуҙы кәметеү буйынса эш алып барыла. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостанды йәшәү өсөн иң уңайлы төбәк итеү буйынса стратегик маҡсат билдәләнгән. Экологияға ла ҙур иғтибар бирелә. Халыҡтың килеме артыу менән бер рәттән тирә-яҡ мөхиткә хәүеф кәмей барырға тейеш, тине Андрей Назаров.






