Ил президенты Владимир Путиндың ошо турала Указы бар. Награданы Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Радик Әсфәндияровтың ҡатыны Любовь Әсфәндияроваға тапшырҙы.
Радик Әсфәндияров Шишмә районында "Башкирэнерго" йәмғиәтендә эшләй, "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Йәш гвардия"һы ағзаһы була. Ауырыуҙарға аҙыҡ-түлек алып барыу эшендә ҡатнаша. Пирогов ордены коронавирус пандемияһы шарттарында булдырылды.






