Республика халҡын май байрамдарында тәбиғәт ҡосағында ял итеү ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк тип иҫкәрттеләр. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында үткән брифингта билдәләүҙәренсә, урманда янғынға ҡаршы режим индерелгән. усаҡ яғыу тыйыла. Бының өсөн штраф ҡаралған. Шешлек ҡурырға теләгәндәр айырым талаптарҙы үтергә тейеш. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы буйынса Башҡортостан идаралығы баш инспекторы Евгений Рыжиков аңлата.
Ял көндәрендә ҡайһы берәүҙәр тау йылғаларында ағып төшөүҙө хуп күрә. Инйәр, Еҙем, Ләмәҙ һәм Һаҡмар йылғаларында ҡотҡарыусылар постары ҡуйылған. “Туристарға хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә кәрәк”, - тине Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов.
Һуңғы йылдарҙа май байрамдарында тау йылғаларында 34 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән, 12 кеше вафат булған. Ҡотҡарыусылар йылғанан ағып төшөү алдынан туристарға мотлаҡ теркәләү кәрәклеге хаҡында белдерә.






