Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары “Химпром” ойошмаһы тыуҙырған экологик проблеманы өйрәнә

Фото №1 - Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары “Химпром” ойошмаһы тыуҙырған экологик проблеманы өйрәнә

Был мәсьәләне хәл итеүҙе Константин Толкачев парламенттың ауыл хужалығы, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитетына йөкмәтте. 1990 йылда “Химпром” ойошмаһы экологик проблема сәбәпсеһе булған. Өфө йылғаһына ҡойған Шөгөр йылғаһына фенол  ағыуы аға.  Һөҙөмтәлә баш ҡала эсәр һыуһыҙ тороп ҡала, Өфөгә һыу автоцистерналарҙа килтерелә. Парламент етәксеһе Константин Толкачев әйтеүенсә, фажиғәнән һуң 30 йыл үтһә лә, шлам йыйыусы ҡоролмаларҙа 100 мең тонналап хәүефле матдә иҫәпләнә. “Яҙ һайын йылғаларға хәүеф килмәһен өсөн  махсус техника был урындарҙа йыйылған һыуҙы һурҙырып ала. Әммә проблема бының менән бөтмәй. Барлыҡ актуаль мәғлүмәтте йыйып, мәсьәләне хәл итергә бурыслыбыҙ, кәрәк булһа эшлекле төркөм йыябыҙ”,- тине Константин Толкачев.

Фотоһүрәт : "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ