Ярты меңгә яҡын кеше талпан ҡаҙалыуға бәйле медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән

Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған йыл менән сағыштырғанда, был осорға зыян күреүселәр һаны 52 процентҡа артҡан. Төбәктең Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында бөжәктең зарарлы булыу-булмауын тикшертергә мөмкин.

Әлегә ике талпанда энцефалит, 52-ндә боррелиоз булыуы асыҡланған. Белгестәр талпан ҡаҙалған осраҡта, уны үҙҙалы тартып алмаҫҡа, яҡындағы дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итергә саҡыра.

Фото №1 - Ярты меңгә яҡын кеше талпан ҡаҙалыуға бәйле медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ