Ишембай районы Ҡанаҡай ауылы халҡы сүп-сар контейнерҙарының ваҡытында бушатылмауына зарлана

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөнсө аҙна сығарылмаған. Киҫкен мәсьәлә хаҡында хәбәрсеһе БЮТ каналы Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Сүп-сар өйөмө көндән-көн киңәйә, бейегәйә. Контейнер янына ҡуйылған диванға ултырып был күренеште күҙәтергә булыр ине лә бит, әммә ауыл халҡы киҫкен мәсьәләләрҙе берҙәм көс менән хәл итергә күнеккән. Биләмәне тәртиптә тоторға тырыша.

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында биш контейнер майҙансығы иҫәпләнә. Ферма урамында урынлашҡаны - иң алыҫы, ауыл ситенә ҡуйылған. Был участка ай дауамында сүп-сар машинаһы водителе иғтибарынан тороп ҡалған. Хәйер, башҡа контейнерҙар биләмәһендә лә тәртипһеҙлек күҙәтелә.

Ишембай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, халыҡтан мөрәжәғәттәр килгәс тә, киҫкен мәсьәлә өс көндә хәл ителгән.

«Эко-сити» төбәк операторының матбуғат хеҙмәте етәкселеге билдәләүенсә, компания иң ҡатмарлыһы тип һаналған өсөнсө зонала эшләй. Контейнер майҙансыҡтарының күбеһенә тиклем ҡаты юл ҡатламы юҡ. Ҡар ирегән мәлдә, бысраҡ участкалар аша сүп-сар машинаһы үтә алмай. Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында урынлашҡан бункерҙың да асфальт юлдан алыҫ ҡуйылыуы билдәле.

График буйынса был ауылдан сүп-сарҙы һәр шаршамбы һәм шәмбе сығарабыҙ. Әммә һуңғы аҙналарҙа биләмәләге юл бысраҡ булыу сәбәпле, контейнер янына барып етеп булманы. Был хаҡта акттар төҙөлөп, Ишембай районы хакимиәтенә ебәрелде. Шулай уҡ Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары буйынса мониторинг системаһында фотоотчеттар яһалды. Юл кипкәс тә, контейнерҙы бушаттыҡ.

Кристина Кузнецова, «Эко-сити» ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнеше буйынса төбәк операторы матбуғат хеҙмәте етәксеһе

Төбәк операторы техникаһы килеп киткәндән һуң, шул уҡ көн биләмәлә ауыл халҡы көсө менән өмә уҙғарыла. Бункер йәнә тула, хәйер, сүп-сар йыйыу машинаһы уны ҡабаттан килеп бушата. Ойошма вәкилдәре менән осрашыуҙа, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙа тотҡарлыҡтар башҡа булмаясағы билдәләнде.

Фото №1 - Ишембай районы Ҡанаҡай ауылы халҡы сүп-сар контейнерҙарының ваҡытында бушатылмауына зарлана

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ