Уҙған быуаттың 60-сы йылдар башында баш ҡала урамдарына ултыртылған ағастарға санитар өмә дауам итә

Өфө йүкәләре яңыра. Электр сымына тейгәндәре ҡырҡыла, ҡороғандары урынына яңыһы ултыртыла. Бөгөн күләмле сара Октябрь проспектында үтте. «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ағастарҙың тамырын быраулап алыу буйынса яңы технология үҙләштергән.

Ҡаланың йөҙөн билдәләгән ағастар ойошманың Кушнаренко районы питомнигынан килтерелгән. Санитар эш тамамланыу менән хеҙмәткәрҙәр ҡаланың урам-парктарына, аллеяларына сәскә ултыртыуға тотонасаҡ.

Фото №1 - Уҙған быуаттың 60-сы йылдар башында баш ҡала урамдарына ултыртылған ағастарға санитар өмә дауам итә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ