Баймаҡта ҡыяр өлгөргән. Һаҡмар ауылы йүнселе бына инде бер нисә йыл дауамында район халҡын иртә яҙҙан йәшелсә менән тәьмин итә. Фермер йылытмаһында өлгөргән йәшелсәләр әле үк уңыш бирә.
Төбәккә билдәле фермер Флүр Мырҙаханов өсөн баҡса эше ҡыш айҙарында уҡ башлана. Йыл да ул үҙ эшен төрлөләндереп, тәжрибә индерә. Мәҫәлән, был юлы йүнсел помидорҙарҙа пластик йәшниктәргә ултырҡан. Ҡыяр үҫтереүҙең дә төрлө ысулын ҡуллана. Былтыр йәшелсәне тоҡтарға сәсһә, быйыл иһә үҫентене тура ергә ултыртҡан.
Мул уңыш алыу өсөн фермер тәүлек әйләнәһенә аяҡ өҫтө. Әлбиттә, йылылыҡ температураһын тотоу, үҫентеләрҙе ваҡытында тәрбиәләү һәм ашламалар индереү күп ваҡытты һәм көстө талап итә. Әле зарарлы ҡоротҡостарға ҡаршы эш алып барыла. Фермер бер ниндәй ҙә химик ағыуҙар ҡулланмай, ҡул аҫты ысулдары менән ҡотола.
Йәшелсәселек килемле шөғөл тип әйтеп булмай. Баймаҡ йүнселе бер төп ҡыярҙан яҡынса өс килограм уңыш йыйып алыуға өлгәшә. Экологиктан таҙа һәм сифатлы тауар күрше ауылдарға һәм ҡалаға оҙатыла.
Әлфиә Хәмитова




