Ләкин табип хеҙмәте күрһәтеү өсөн түгел. Балаларҙы һаулыҡ һағында тороусыларҙың эше, медицина ҡорамалдары менән таныштырыу маҡсатында.
Малайҙар водитель урынында махсус сигналдар ҡабыҙып ҡараһа, ҡыҙҙар ҡан баҫымын үлсәй. Ғәмәлдәге ашығыс ярҙам машинаһын был тиклем ҡыуаныс менән ҡаршы алғандары булмаған. Ғәҙәттә, махсус техника йәмәғәтселек өсөн ябыҡ. Шуға күрә балалар һәр әйберҙе, медицина препараттарын, ҡорамалдарҙы ентекле өйрәнә. Экскурсия үткәреүсе һөнәрен үтәгән ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә лә һөйләрлек һәм күрһәтерлек яңылыҡ күп. Һуңғы йылдарҙа махсус техника танымаҫлыҡ үҙгәрҙе, ти улар.
Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы өсөн бындай экскурсиялар уҡытыу алымы ла. Мәктәптә медицина йүнәлешендә белем биреүсе кластар бар. Балалар бында һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы фәндәрҙе ентекле өйрәнә. Дәрестәргә лә аҡ халаттарҙа йөрөй. Элементар әйберҙәр, әммә шул рәүешле балалар әле үк һөнәр үҙенсәлектәренә өйрәнә.




