«Башавтотранс» предприятиеһының тарихи музейы барлыҡҡа киләсәк

Ошо маҡсатта ойошманың баш офисында алтмыш квадрат метр майҙанда кабинет бүленгән. Әлегә архив материалдар, фотоһүрәттәр йыйыла. Шул уҡ ваҡытта «Ваҡиғалар үҙәгендә» тип исемләнгән эскпозиция әҙерләнә. Унда Бөйөк Ватан һуғышы осоронда алып барылған эшмәкәрлек яҡтыртыласаҡ.

Шулай уҡ компания хеҙмәткәрҙәре Иглин районында теркәлгән Оло Тәләк фажиғәһендә зыян күреүселәрҙе эвакуациялауҙа ҡатнашҡан. Водитель Рәмил Сәмиғуллин поездар бәрелешкән урынға курсанттар, хәрбиҙәрҙе ташыған. Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ул авария эҙемтәләре бөгөнгөләй хәтерҙә булыуын билдәләй.

«Башавтотранс» предприятиеһы етәкселеге Оло Тәләк фажиғәһе шаһиттары – автобус водителдәре менән осрашып, уларҙың хәтирәләрен тыңланы. Осрашыу сиктәрендә тупланған мәғлүмәт музей экспозицияһында урын аласаҡ.

Фото №1 - «Башавтотранс» предприятиеһының тарихи музейы барлыҡҡа киләсәк
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ