Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала бөгөн «Күңел ҡылдары сыңлай» тип исемләнгән республика әҙәби-художество конкурсына йомғаҡ яһалды. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр араһында үткән сара быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторолдо.
Сираттағы конкурсҡа республика район-ҡалаларынан 700-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Приют, балалар йорто, коррекция үҙәге тәрбиәләнеүселәре әҙәбиәт һәм художестволы ижад буйынса айырым номинацияларҙа һынау тотто. Еңеүселәр бүләкләү тантанаһына саҡырылды.
Азат Ғәлиуллин




