«Өфөхимпром» предприятиеһында ағыулы ҡалдыҡтар һаҡланған майҙан таҙартыласаҡ

Был турала Рәсәй тәбиғәттән файҙаланыуҙы күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе завод биләмәһе менән яҡындан танышҡандан һуң белдерҙе. «Өфөхимпром» 90-сы йылдар башында фенол фажиғәһенә сәбәп булған сәнәғәт объекты. Әле завод биләмәһендә кислоталы ҡалдыҡ һыуҙарҙы таҙартыуҙа ҡулланылған эзбис шламы һаҡлана.

2004 йылда предприятиены консервациялау һөҙөмтәһендә ағыулы матдәләрҙең тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо мәсьәләһе хәл ителгәйне. Әммә 2010 йылдан «Өфөхимпром» банкрот тип иғлан ителгән.

Фото №1 - «Өфөхимпром» предприятиеһында ағыулы ҡалдыҡтар һаҡланған майҙан таҙартыласаҡ

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ