Светлана Радионова фекеренсә, тәбиғәт менән вәхшиҙәрсә файҙаланып табыш алыу ғына дөрөҫ түгел, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм яҡлау ҙа мотлаҡ. Халыҡтың сәләмәтлегенә зыян килтергән Учалы карьерҙары һымаҡ түгел. Проблеманы хәл итергә мөмкинме? БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ошо хаҡта.
Саңғалыҡ карьерына юлды табыу ҡатмарлы түгел, туҙан болото алыҫтан уҡ күренеп тора. Эргәләге данлыҡлы Мансур ятҡылығында һирәк осрай торған төҙөлөш материалы – диорит табылһа, Саңғалыҡта ҡомташ сығарыла.
Белгестәр иҫбатлауынса, карьерҙа бар талаптар үтәлә. Ә туҙандың башҡа карьерҙарҙан да, асфальтһыҙ юлдан да осоуы мөмкин. Тик ысынбарлыҡта киреһенсә.
Саңғалыҡ карьерының тирә-яҡ мөхиткә, тереклеккә килтергән зыяны тикшереүҙәрһеҙ, ябай күҙгә лә ташлана. Йәки туҙан менән ҡапланған төҫтәрен йәшелдән аҡҡа үҙгәргән ағастарға ҡарау ҙа етә. Майҙанда саң болото уйнап тора, бер аҙ ваҡыттан һуң күҙ әсетә башлай. Шуға күрә эргәләге Мансур халҡының зарланыуын аңларға мөмкин, улар йылдар буйы ошо зарарлы һауаны һулап йәшәй.
Ерле халыҡ әйтеүенсә, саң йотоп йәшәү һаулыҡҡа ла кире йоғонто яһай. Баҡса үҫтереп булмай, хатта малды көтөүлеккә лә сығарырлыҡ түгел. Мансурҙа меңгә яҡын кеше йәшәй.
Светлана Радионова фекеренсә, был тәбиғәтте вәхшиҙәрсә талау. Ун йыл дауамында ерҙән табыш алынған, ә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау закондары үтәлмәгән. Тимәк, хәлде ҡәтғи рәүештә хәл итергә.Енәйәти яуаплылыҡ, рәшәткә арты зиһенде яҡтырта.
Учалы тау-байыҡтырырыу комбинаты ла төбәктәге сәнәғәт гиганттарының береһе. Тик предприятие эшмәкәрлеге өсөн алынған һыу йылға-күлдәрҙең һайыуығына килтергән. Белгестәр әйтеүенсә проблема хәл ителә. Светлана Радионова был эште тиҙләтергә ҡушты. Кәңәшмәлә Сибай карьеры яныуын туҡтатыу этаптары ла тикшерелде
Башҡортостан нефть, газ ятҡылыҡтарына ғына түгел, урмандарға, файҙалы ҡаҙылмаларға ла бай. Тик күп осраҡта уларҙы файҙаланыуҙан килгән аҡса айырым кешеләрҙең кеҫәһенә генә инеп ята, ә ерле халыҡ та, тәбиғәт тә бары зыян күрә. Әлбиттә эш урындары, бюджетҡа килем тип әйтергә мөмкин. Светлана Радионова фекеренсә был дөрөҫ түгел, табышын алабыҙ икән тергеҙеү ҙә шарт. Бер көн менән йәшәргә түгел, киләсәк хаҡында ла уйларға. Экологияны һаҡлау – һәр беребеҙҙең бурысы.
Рәмзиә Кәримова




