Благовещен районындағы ҡошсолоҡ фабрикаһының үҙ таҙартыу ҡоролмаһы сафҡа инәсәк

Күләмле инвестиция проекты бер ай самаһы элек ғәмәлгә ашырыла башлаған. Объекттың файҙаланыуға тапшырылыуы тәү сиратта экология мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡош ите етештереү күләме лә артыр тип көтөлә. Темананың дауамы киләһе репортажда.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың етеҙ ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Был аңлашыла, сөнки планды үтәү өсөн ярымфабрикаттарҙы һауыттарға мөмкин тиклем тиҙерәк тултырыу бурысы ҡуйылған. Бындай тиҙлек тәүге көндәрҙә генә ауыр тойола. Әммә ваҡыт үтеү менән барыһына ла күнегәһең, ти ҡошсолоҡ предприятиеһы операторы Юлиә Зарипова.

Былтыр «Хәләл» стандарттары буйынса Благовещен районындағы предприятиела 52 мең тоннанан ашыу ҡош ите етештерелгән. Әммә урындағы етәкселек был уңыш менән сикләнеп ҡалырға йыйынмай. Әлеге ваҡытта етештереү ҡеүәттәрен яңыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Һуңғы йылдарҙа инвестиция күләме 7 миллиард һум самаһы тәшкил иткән.

Предприятиеның артабанғы үҫешенен тәьмин итеү өсөн мөмкинлектәр етерлек. Әммә бының фабриканың үҙ таҙартыу ҡоролмаһы булырға тейеш. Әлегә тиклем улар урындағы һыу каналы хеҙмәттәре менән файҙалана. Был беренсенән экологияға кире йоғоното яһай, икенсенән, өҫтәмә сығымдар талап итә. Шуға ла бер ай самаһы элек предпритие биләмәһендә яңы таҙартыу ҡорлолмаһына нигеҙ һалынған.

Күләмле проект Радий Хәбиров етәкселегендә үткән «Инвестиция сәғәте»ндә лә хуплау тапҡан. Республика ярҙамы менән сығымдарҙың бер өлөшө дәүләт тарафынан ҡапланасаҡ..

Инвестиция проектын тулыһынса ғәмәлгә ашырыу өсөн 6 миллиард һум аҡса йүнәлтеү ҡарала. Ул саҡта етештереү ҡеүәте 80 мең тоннаға етер тип көтөлә. Бер үк ваҡытта Благовещен ҡалаһы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе һанала. Шуға ла экология мәсьәләһенең хәл ителеүе резиденттар һанын ишәйтергә лә тос өлөш индерәсәк.

Фото №1 - Благовещен районындағы ҡошсолоҡ фабрикаһының үҙ таҙартыу ҡоролмаһы сафҡа инәсәк

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ