Сәйәхәтселәр араһында популяр һаналған һәм хәүефле булған 5 урынға ваҡытлыса постар ҡуйылды. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Кирилл Первов белдерҙе.
Кирилл Первов әйтеүенсә, хәүефһеҙлек талаптарын инҡар иткән туристар күп. Ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй әҙерлекһеҙ сыға.
Һуңғы ун йылда республикала туристар менән бәйле 34 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән, 12 кеше һәләк булған.






