Ырымбур өлкәһе делегацияһы республикалағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты үтәлешен өйрәнде. Һөйләшеүҙә хөкүмәт менән ҙур бизнес араһында мөнәсәбәт мәсьәләһе ҡаралды. Республика Иҡтисад үҫеше һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов әйтеүенсә, Башҡортостан милли проектҡа тәүгеләрҙән булып ҡушылды, уртаҡлашыр тәжрибә байтаҡ тупланған. Төбәктәр араһында бындай осрашыуҙар бик мөһим, тип билдәләне министр урынбаҫары.




