Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Янғын һағы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Фото №1 - Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Янғын һағы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Һеҙҙең хеҙмәт халыҡҡа хәүефһеҙлек булдырыу, тиҙ ярҙам күрһәтеүҙә  мөһим роль уйнай. былтыр республикала 11 мең янғын һүндерелгән, 1 мең 200 кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынған. Башҡортостан янғын һүндереүселәре һәр саҡ хәрби әҙерлек тәртибендә. Ут менән көрәш ҡыйыулыҡ, ихтыяр көсө, физик әҙерлек һәм юғары һөнәри оҫталыҡ талап итә.  Беҙҙең янғын һүндереүселәр артабан да ҡала һәм ауылдарҙа халыҡтың именлеген тәьмин итеүенә ышанам. Уларға уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйем, тине Радий Хәбиров.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ