Быйыл республикала 3 мең 200-ҙән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән. 524 янғын ҡоро үлән янып китеү арҡаһында сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика идаралығы етәксеһе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов бөгөнгө брифингта шулай тип белдерҙе.
Бөгөн Рәсәйҙә янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.






