Ағиҙел ҡалаһын «Алға» махсус иҡтисади биләмәһенә индереү ҡарала

Был хаҡта Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин видеоконференция форматындағы кәңәшмәлә белдерҙе. Көнүҙәк мәсьәлә – Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында урынлашҡан махсус иҡтисади биләмәне киңәйтеү. Был тәңгәлдә үҫеш нөктәһе булараҡ Ағиҙел ҡалаһы ҡарала.

Ағиҙелдең өҫтөнлөклө яҡтарының береһе – йылға порты «йылға-диңгеҙ» йөк суднолары өсөн ҡулайлы, тимер юлын Нефтекама менән тоташтырыу ҙа күҙаллана. Проект республиканың төньяҡ-көнбайышына үҫеш мөмкинлеге аса. Александр Сидякин эшсе төркөмгә махсус иҡтисади биләмә майҙанын киңәйтергә һәм унда Ағиҙел ҡалаһын индерергә ҡушты.

Фото №1 - Ағиҙел ҡалаһын «Алға» махсус иҡтисади биләмәһенә индереү ҡарала

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ