Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын ҡаршылап геройҙарҙың исемдәре мәңгеләштерелә

Өфөләге 160-сы лицейға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, генерал Миңлеғәле Шайморатов орденының беренсе кавалеры Мөғин Нагаевтың исеме бирелде.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры исемен мәңгеләштереп алтаҡта асылды. Уҡыусылар Мөғин Кәрим улы иҫтәлегенә интерактив музей һәм презентация эшләгән. Бынан тыш, белем усағында герой партаһы булдырылды.

Әйткәндәй, мәктәптә улар икәү. Беренсеһе – Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтыҡы. Мөғин Нагаевтың фотоһы һәм мәғлүмәттәр яҙылған парта артына яҡшы уҡыған балалар ултырасаҡ.

160-сы лицейға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны исемен биреү сараһы уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт менән дауам итте.

Фото №1 - Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын ҡаршылап геройҙарҙың исемдәре мәңгеләштерелә

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ