Тәүгеләрҙән булып Театр скверында «Ете ҡыҙ» асылды. Сағыу тамашаны ҡарарға йөҙҙәрсә кеше йыйылды. Байрамды сәнғәт оҫталарының сығышы биҙәне, айырыуса Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡыусылары башҡарыуындағы «Ете ҡыҙ» бейеүе барыһының да күңеленә хуш килде.
Әйкәндәй, башҡорт халыҡ легендаһына нигеҙләнеп эшләнгән фонтан эргәһенән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй, ул шулай уҡ туристар өсөн дә иҫтәлекле урындарҙың береһенә әйләнгән.
Илдар Байбулатов






