Балалар мөһим сараны нисек күҙ алдына килтерә? Баймаҡ районында үткән ижади конкурс кескәй рәссамдарҙың оҫталығын һынаны.
Башҡортостанда нисә кеше, нисә милләт йәшәй, ВиПиН тамғаһы нимәне аңлата. Ошо һәм башҡа социаль-демография өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙарға уҡыусылар яуап алды. Балалар ижады үҙәге һәм статистика бүлеге менән берлектә ойошторолған һүрәттәр конкурсында йәш быуын мөһим кампанияны тасуирланы.
Ижади конкурста 18 уҡыусы ҡатнашырға теләк белдерә. Сара тураһындағы мәғлүмәтте уҡытыусылар балаларға ябай тел менән еткерергә тырыша.
Быйыл Халыҡты иҫәпкә алыу кампанияһы сентябргә планлаштырылған. Ул тәүге тапҡыр һанлы форматта үтәсәк. Иҫәпкә алыусылар планшет менән эш итәсәк, шулай уҡ һәр кем дәүләт хеҙмәттәре порталы аша анкета һорауҙарына яуап бирә аласаҡ.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу демографияны, илдең социаль-иҡтисади хәлен баһалаясаҡ, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән дәүләт программалары нигеҙенә ятасаҡ. Ауыл мәктәптәренә автобустар бүленеү, яңы мәғариф учреждениелары төҙөлөү – һуңғы кампания һөҙөмтәһе. Шуға ла һәр һорауға етди яуап ҡайтарыр кәрәк. Беҙҙең яуаптарҙан – беҙҙең киләсәк төҙөлә.
Әлфиә Хәмитова






