Йөрәк хәтере. Былтыр коллегабыҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына нигеҙ һалған операторҙарҙың береһе коронавирус эҙемтәләренән һуң арабыҙҙан киткәйне. Был юғалтыуҙы кисереү мөмкин түгел, Илдар Әғзәм улы тураһында хәтер Телеүҙәк хеҙмәткәрҙәре күңелендә мәңге һаҡланасаҡ.
Объектив оҫтаһы эшенең һирәк һәм уникаль кадрҙары, коллегаларының хәтирәләре «Йөрәк хәтере. Илдар Насретдинов» документаль филмына тупланды. Уны бөгөн киске сәғәт 9-ҙа беҙҙең телеканалда ҡарағыҙ.
Әлфинә Килдейәрова




