Юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, бөтә граждандарға ла бөгөндән 7 майға тиклем халыҡ күпләп йөрәгән урындарға барыуҙы сикләү тәҡдим ителә.

Мәҙәни-күңел асыу сараларын ойоштороусылар, сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы объекттары, йәмәғәт транспорты предприятиелары дезинфекция тәртибен көсәйтергә тейеш. Төбәктең башҡарма власть органдарына 1-нән 7 майға тиклем санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе контролгә алырға ҡушыла һәм уларҙы боҙоу осраҡтары булһа, административ протокол төҙөү хоҡуғы бирелә.

Фото №1 - Юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерелде
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ