Ул шулай уҡ хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө булараҡ донъяның күп кенә илдәрендә билдәләнә. Байрам булараҡ 1 май 1889 йылда раҫлана.
Ул осорҙа хеҙмәтсәндәр 8 сәғәтлек эш көнө өсөн көрәшә. Бөтә донъяла эшселәрҙең мәнфәғәтен яҡлау, теләктәшлек көнө булараҡ билдәләнә башлай. Был көндө йыл һайын профсоюздар байрам митингына сыға, эш биреүселәр һәм власть вәкилдәренә талаптарын еткерә.
Әммә быйыл коронавирус пандемияһына бәйле, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сараларҙы үткәрмәҫкә ҡарар ителгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сикләү саралары былтыр ҙа ғәмәлдә булғайны. Коронавирусты иҫкәртеү маҡсатында быйыл Рәсәйҙә майҙың тәүге 10 көнө ял көндәре һанала.






