Яҙ һәм хеҙмәт байрамы уңайынан күләмле тамашалар башланды

Уларҙың береһе Ағиҙел яры буйындағы амфитеатрҙа ойошторолдо. Бер майҙанда музыканттар, рестораторҙар һәм ҡул эштәре оҫталары йыйылды. Улар халыҡҡа яҡшы кәйеф өләште. Тамашанан БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Өфөләргә хәҙер ташҡын ҡамасауламай. Ағиҙел ярҙарынан китеү менән Конгресс холл аҫтындағы амфитеатрҙа сағыу сараларға старт бирелде. 1 май уңайынан Өфөнөң һәр районында тамашалар үткәрелде.Берәүҙәр гер күтәреп, физик күнегеүҙар эшләһә, икенселәр һынауҙар квесын үтте.

Тыныслыҡ, хеҙмәт һәм май байрамында гастрофестиваль дә ишектәрен асты. Сарала Өфө ресторандары 2021 йыл пикниктарына үҙенсәлекле ризыҡтар рецебын тәҡдим итте. Шулай уҡ Спутник Фм үткәргән уйындарҙа әүҙем ҡатнашҡан радиотыңлаусылар бушлай һыйлана алды.

Байрамса кәйефте тағы ла яҡшы музыка күтәрҙе. Амфитеатр сәхнәһендә «Өфө тулҡыны» конкурсында еңеү яулаған вокалистар һәм музыкаль төркөмдәр сығыш яһаны. Байрамға йыйылыусыларҙы һалҡын ел иҫеп тороуы ла ҡурҡытмай. Яҡынлашып килгән йәй атмосфераһын һынлы сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ҡул эштәре күргәҙмәһе һәм урам спектаклдәре тулыландырҙы.

Беренсе май саралары байрам салюты менән тамамланасаҡ. Сағыу уттарҙы сәғәт төнгө сәғәт 11-ҙә Ленин майҙанында ҡарарға мөмкин.

Фото №1 - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы уңайынан күләмле тамашалар башланды

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ