Бөгөн Өфөлә лә ике һыу ҡоролмаһы эшләй башланы. Мостай Кәрим исемендәге скверҙа һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының «Йәштәр» һарайы алдында. Уларҙы асыу тантанаһында БЮТ каналының ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Өфөнөң үҙәгендә урынлашҡан Мостай Кәрим исемендәге скверҙа иртәндән музыка уйнай, балаларҙың шат тауыштары яңғырап тора. Майҙанда ҡыш буйы тынып торған фонтан эшләй башлай. Әлбиттә, асыу тантанаһы алдынан скверҙа төҙөкләндереү эштәре башҡарылған, биләмә таҙартылған, «Йәшел Башҡортостан», «Хәтер баҡсаһы» акцияһы сиктәрендә ағастар ултыртылған. Шулай уҡ фонтандың эске ҡоролмалары ла техник яҡтан тикшерелгән, тәртипкә килтерелгән. Ленин районы хакимиәте етәкселәре әйтеүенсә, Мостай Кәрим исемендәге сквер 2013 йылда асылған, ул бөйөк шағирға арналған композицияны үҙ эсенә алыуы менән үҙенсәлекле, хәҙер был майҙан халыҡтың яратҡан ял урыны.
Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайы алдындағы фонтан да халыҡҡа яҡшы кәйеф бүләк итергә әҙер. Ул Өфөләге иң боронғо һыу ҡоролмаларының береһе. Был майҙанды йәштәр буш ваҡыттарын уҙғарырға ярата.
Совет районы хакимиәте белгестәре әйтеүенсә, фонтандар миҙгел буйы тотҡарлыҡһыҙ эшләһен өсөн алдан уҡ техник хеҙмтләндереү үткәреп, ныҡлап тикшереү мотлаҡ. Шул ваҡытта ғына ғәҙәттән тыш хәлдәр булмаясаҡ.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Өфөлә былтыр төҙөкләндерелгәндән һуң данлыҡлы Торналар фонтаны файҙаланыуға тапшырылды. Әле Ҡашҡаҙан паркында ремонт эштәре бара. Республиканың район-ҡалаларында ла яңы ял урындары барлыҡҡа килә.
Фонтандарҙы тоҡандырыу Өфө кешеләре өсөн көндәрҙең йылыныуын аңлата. Тимәк, барлыҡ халыҡ урамға, саф һауа аҫтына ашыға. Әлеге ваҡытта башҡалала бөтәһе 20 һыу ҡоролмаһы иҫәпләнә, уларҙың берәүҙәре бәләкәйерәк, икенселәре ҙурыраҡ. Әммә һәр бер береһенең үҙ тарихы, матурлығы, үҙенсәлеге. Улар һәммәһе лә Өфөнөң йөҙөн билдәләй.
Рәмзиә Кәримова






