Миәкә районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан берҙән-бер ветеран иҫән

Ул 97 йәшлек шәфҡәт туташы Феодосия Пашина. Ул һөнәри оҫталығы менән яралы һалдаттарҙы аяҡҡа баҫтырған. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Феодосия Пашина менән БЮТ каналының ижади төркөмө осрашты. Еңеүҙе яҡынайтыусы ветерандың хәрби юлы БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Феодосия Митрофановна бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙа 15 йылдан ашыу яңғыҙ ғүмер итә. Һуңғы йылда уға социаль хеҙмәткәр бүленгән. Күҙҙәре насарайған ветеранға йорт эштәрендә социаль хеҙмәткәр Рәмзиә Мәүлетова ярҙам итә.

Феодосия Пашина Мәнәүезтамаҡ ауылында Сибәғәтулла Хисмәтуллин ғаиләһендә 1925 йылда донъяға килә. Ун балалы ишле ғаиләләге ҡыҙҙы Яңы Михайловкала йәшәгән олатаһы үҙ тәрбиәһенә ала. 7-cе синыфты тамамлағандан һуң зирәк ҡыҙ Бәләбәй медицина училищеһына уҡырға инә. Әммә матди ауырлыҡтарға бәйле, уҡыуын тамамлай алмай. Ҡырғыҙ-Миәкәләге дауаханала эшләй башлай. Ләкин оҙаҡ түгел. 1944 йылда ул 2-cе Украина фронтының 1126-cы санитар полкына йүнәлтелә.

Шәфҡәт туташы хәрби батырлығы өсөн миҙалдарын да Еңеү көнөндә генә таға. Тыныс тормоштағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙҙарын ҡәҙерле иҫтәлек итеп һаҡлай. Яҙмыш елдәре уны Урта Азияның Ургенч ҡалаһына ташлаған. Унда Феодосия Митрофановна балалар шифаханаһына эшләй, медицина училищеһын тамамлау бәхетенә ирешә. Һуңынан хәләле Петр Константиновичтың тыуған ере – Украинаның Котов ҡалаһында ғүмер итәләр. 1995 йылдан Пашиндар Башҡортостанға күсеп ҡайта.

Ауыр һуғыш юлдарын үткән сал сөсле ветеран ил-йортта барған хәл-ваҡиғалар хаҡында һәр ваҡыт хәбәрҙар.

Бөхтә, яҡты фатиры гөл-сәскәләр менән тулы. Бынан тыш, ветеран йорт янындағы баҡсала емеш, йәшелсәләр үҫтерә. Өлкән быуын вәкиленә мәктәп уҡыусылары яҙ һайын баҡса эштәрендә ярҙамлаша. Ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәре менән үткәргән ветерандың игелекле йәштәргә нәсихәттәре лә әсәйҙәрсә хәстәрлекле яңғырай.

Феодосия Пашина тырыш хеҙмәте менән абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған. Ут-һыуҙы кискән ветеран бер ваҡытта ла кешеләр һуғыш михнәттәрен күрмәһен, Ерҙә тыныслыҡ булһын, тип теләй.

Фото №1 - Миәкә районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан берҙән-бер ветеран иҫән

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ