9 Май байрамы алдынан ойошторолған экспозицияла республиканың билдәле фоторәссамдарының эштәре тәҡдим ителде. Сәнғәт аша һуғыш йылдары шәхестәрен иҫкә алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған проектҡа 40-лап авторҙың юғары сифатлы фотолары ингән. Быға тиклем күргәҙмә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа һәм Матбуғат йортонда ойошторолған.
Фотокүргәҙмәнең авторҙары республиканың киң мәғлүмәт сараларында эшләүсе фоторәссамдар. Булат Ғәйнетдинов, Олег Яровиков, Андрей Старостин, Валерий Шахов һәм башҡа фотогорафтарҙың ижадында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙарҙың хис-тойғолоры сағылдырыла.
Экспозицияла Миңлеғәле Шайморатов, Мостай Кәрим, Муса Гәрәев, Әнүәр Бикчәнтәев, Әнғәм Атнабаев кеүек билдәле шәхестәргә ҡағылышлы архив материалдары һәм концлагерҙа һәләк булғандарҙың анкеталары урын алған.
Флорида Ким




