20-се быуаттың башҡортса шиғыры

Өфөлә Борис Орехов авторлығындағы китаптың исем туйы үтте. Санкт-Петербургта баҫылған йыйынтыҡ уникаль эҙләнеүҙәре менән үҙенсәлекле. Борис Орехов башҡорт шағирҙарының ижадына традицион әҙәби юҫыҡта байҡау яһап ҡына ҡалмаған, заманса технологияларҙы ла әүҙем ҡулланған. Уның тырышлығы менән бик күп шиғырҙар һанлы форматта эшкәртелгән.

Китаптың презентацияһы Башҡорт дәүләт университетының Мостай Кәрим исемендәге ижадханаһында үтте. Йәш ғалим үҙе лә ваҡытында ошо уҡыу йортон тамамлаған һәм әлеге көндә Мәскәүҙең Юғары иҡтисади мәктәбендә эшләй.

Фото №1 - 20-се быуаттың башҡортса шиғыры

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ