Күңел наҙҙарына илтһен бейеү...

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең филармония артистары Халыҡ-ара бейеү көнөндә 30-сы ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны. Ошо уңайҙан ижади коллектив«Күңел наҙҙарына илтһен бейеү» тип аталған бай мәҙәни программа менән сығыш яһаны.

Тамаша иң сағыу номерҙарҙы үҙ эсенә алды. Улар араһында төрлө халыҡ йыр-бейеүҙәре, милли уйын ҡоралдарынан торған сығыштар ҙа бар. Тантанала бер төркөм артистар республиканың төрлө ведомство-ойошмаларының Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Фото №1 - Күңел наҙҙарына илтһен бейеү...

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ