Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары оркестры тамашасы хөкөмөнә кантата әҫәрен тәҡдим итергә әҙерләнә.
Бер юлы солист, хор һәм оркестрҙы берләштергән тамаша Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында бығаса сәхнәләштерелгәне булмаған. Кантата нигеҙенә йәш композитор Алина Әхмәтова Мостай Кәримдең Билдәһеҙ һалдат шиғырын файҙаланған. Ул пролог, һигеҙ бүлек һәм эпилогтан тора.
Әйткәндәй, хор капеллаһында Өфөнөң 14-се музыка мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнаша. Премьера 5 майға билдәләнгән.
Азат Ғәлиуллин




