Башҡортостанда «Атайсал» программаһы тормошҡа ашырыла башланы

Кесе Ватаныңа ярҙам ит. Башҡортостанда Атайсал программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Уға ярашлы, һәр теләгән кеше тыуып үҫкән ауылына ярҙам итә ала. Бының өсөн махсус сайтта теркәлергә генә кәрәк. Ошо рәүешле ярҙамды үҙәкләштереү һәм меценаттарҙы берләштереү күҙ уңында тотола. Атайсал проектының ғәмәлгә ашырылыуы тураһында киләһе репортаж.

Бәләкәй генә бүләк, әммә ҙур бәләнән аралауы ихтимал. Күп балалы ғаиләләрҙә янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары мотлаҡ булыуы шарт. Бигерәк тә янғын хәүефе көслө булған яҙ айҙарында. Ҡоролма әҙ генә төтөн сыҡҡанда ла күршеләр ишетерлек итеп тауыш сығара.

Ошондай уҡ хәүефһеҙлек саралары тәү сиратта күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр, оло йәштәгеләр йәшәгән йорттарға урынлаштырылды. Йәмғеһе күрше Һабансы, Яңы Мостафа һәм Мостафа ауылдарына ике йөҙҙән ашыу янғын иҫкәртеү ҡоролмалары тапшырылды.

Хәүефһеҙлек саралары Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовтың ауылдаштарына бүләге. Ҡоролмаларҙы ул республикала эшләй башлаған Атайсал проектына ярашлы тапшыра. Тәү сиратта халыҡтың именлеге , ти вице-премьер. Күпләп ҡуйыла башлағандан алып тап ошо ҡоролмалар ярҙамында 5 йөҙҙән ашыу кешенең ғүмере һаҡлап алып ҡалынған.

Бындай изге башланғыстарға башҡа меценаттар ҙа ҡушыла ала. Атайсал проекты тыуған ауылына ярҙам итергә теләүселәрҙе берләштереүҙе күҙ уңында тота ла инде. Сөнки Кесе Ватанына ниндәйҙер яҡшылыҡ ҡылырға теләп тә эште ниҙән тотоп башларға белмәүселәр байтаҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда «Атайсал» программаһы тормошҡа ашырыла башланы

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ