Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ветерандарға Рәсәй Президентынан ҡотлау хаттары таратыла башланы

Башҡортостанда 9 май байрамы менән ҡотлау открыткалары 40 мең тирәһе кешегә тапшырыласаҡ. Адресаттарға президент сәләме мотлаҡ Еңеү көнөнә тиклем тапшырылырға тейеш. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Владимир Журинға 5 йәш кенә булған. Аслыҡта үҫкән малайға һуғыш тамамланғас та тыныс тормошта йәшәргә яҙмай. Одесса хәрби училищеһын тамамлаған егет Совет ғәскәре сиктәрендә Венгрияға ебәрелә. 1956 йылда коммунизмға ҡаршы Будапешта ойошторолған хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. Ветеран йылдағыса 9 май байрамын түҙемһеҙләнеп көтөп ала һәм ил президентынан килгән шәхси ҡотлау хатын ғорурланып ҡабул итә.

Беҙҙе онотмағандары өсөн рәхмәт. Ил президентан ҡотлау хаты алыу - үҙе байрам. Тыныс донъяларҙа йәшәүҙән дә ҙур бәхет юҡ. Августа 85 йәшемде ҡаршы алырмын тип өмөтләнәм.

Владимир Журин, Бөйөк ватан һуғышы ветераны

9 майға тиклем Башҡортостан почтаһы 40 меңдән ашыу ветеранға Бөйөк Еңеү көнө уңайынан ҡотлау хаттары таратасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән әҙерләнгән открыткалар почта бүлексәләренә айырым партия менән еткерелә. Конверттарҙың тышҡы яғы иҫәтелекле даталар, һалдаттар, тылда ҡалған балалар һәм ҡатындар һүрәттәре менән биҙәлгән. Хаттар менән эшләүсе почта хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡотлау сәләмдәрен таратыу мөһим һәм тулҡынландырғыс сараларҙың береһе.

Ветерандар эргәһенә яҡшы кәйеф һәм рәхмәт хистәре менән барабыҙ. Һирәк ҡалған ветерандарыбыҙҙы ысын күңелдән хөрмәт итәбеҙ. Ғафури урамы, 29-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан почта бүлексәһенә 125 ҡотлау хаты килде.

Олеся Әғәләмова, почта бүлексәһе етәксеһе

Ветеран теркәлгән адресы буйынса йәшәмәһә, ҡотлау открыткаһы Рәсәй почтаһының урындағы бүлексәһендә бер ай һаҡланасаҡ. Хеҙмәткәрҙең маҡсаты байрам хаттарын адресаттарға 9 майға тиклем тапшырыу. Йылдағыса Еңеү көнө уңайынан Башҡортостан башлығы хаттары ла ебәрелә.

Фото №1 - Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ветерандарға Рәсәй Президентынан ҡотлау хаттары таратыла башланы
Выборы 2026

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ